ӘХМӘТГӘРӘЕВА София Тәүрат ҡыҙы (6.8.1979, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Дмитриевка а. — 5.8.2017, шунда уҡ), спортсы. Армспорт б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Стәрлетамаҡ физик культура ин‑тын тамамлаған (2009). “Культурист” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ ҡ., тренеры Й.Х.Исмәғилев). Донъя (3 тапҡыр, 2003—04), Европа (2003) һәм Рәсәй (2012—14) чемп., донъя (4 тапҡыр, 2004—06), Европа (2003—04, 2006, 2012) һәм Рәсәй (2003—05, 2016) чемпионаттарының көмөш призёры, Европа (2004, 2012—14) һәм Рәсәй (2003, 2006) чемпионаттарының бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003 й. алып).

Тәрж. Г.А.Миһранова