ӘХМӘТГӘРӘЕВ Аҡмалетдин Йыһан улы (4.2.1932, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Мостафа а. — 28.8.2002, Нефтекама ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1965). 1956 й. алып “Туймазабурнефть” тресының 4‑се быраулау контораһында быраулаусы ярҙамсыһы, мастер булып эшләй; 1970—93 йй. Нефтекама быраулау эштәре идаралығында (1974 й. башлап смена нач.). Респ. нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнашҡан. Быраулау техникаһын һөҙөмтәле ҡулланыу Ә. бригадаһына 8‑се биш йыллыҡта юғары техник‑иҡт. күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкинлек биргән: 1968 й. — 30, 1970 й. 34 мең м тау тоҡомдары бырауланған. БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев