ӘХМӘТВӘЛИЕВ Ринат Рәүеф улы (16.4.1959, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2001). Ҡазан химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1982) Органик химия ин­тында эшләй (1991 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 2002 й. башлап “Нефтехим” тәжрибә з‑дында ғилми‑тикшеренеү лаб. мөдире, 2004 й. — Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында лаб. мөдире, 2005 й. — “Синтезнефтехим” ҒПБ‑нда (Өфө) ген. директор. Фәнни хеҙмәттәре модификацияланған яңы простаноидтарҙы синтезлау проблемаларына арналған. Ә. тарафынан гексахлорциклопентадиен нигеҙендә шешкә ҡаршы тәьҫире булған диңгеҙ простагландиндары тип аталған синтетик аналогтарҙы алыу ысулдары эшләнә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов