ӘХМӘТВӘЛИЕВ Линар Миңлеғаян улы (5.8.1959, Стәрлетамаҡ ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (2001) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1985; Л.В.Вәлиев курсы). 1989 й. алып БР‑ҙың Милли Йәштәр театры актёры.

Сағыу сәхнә темпераментына, һөйкөмлөлөккә, көслө тауышҡа эйә. Актёр һәләтенә айырыуса комик: Лауренсьо (“Иҫәркәй” — “Дурочка”, Лопе де Вега; дебют, 1994), Пердикан (“Мөхәббәт менән шаярмайҙар” — “Любовью не шутят”, А. де Мюссе), Канцлер (“Петрушка һәм Витязь” — “Петрушка и Витязь”, О.Проклов), Диодор (“Алла бүләге” — “Божий дар”, Н.Воронов), сатирик һәм психологик киҫкенлек булған үткер характерлы ролдәр яҡын: Беренсе министр (“Яланғас король” — “Голый король”, Е.Л.Шварц), Илья [А.И. Приставкиндың “Алтын болоттоң ҡуныуы” (“Ночевала тучка золотая”) повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль], Ашнаҡсы (“Кураж әсә һәм уның балалары” — “Мамаша Кураж и её дети”, Б.Брехт). Ә. ижадында әһәмиәтле эштәр: Тригорин (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”, А.П.Чехов), Пугачёв (М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са “Салауат” спектакле), Антонио (“Икегеҙҙең дә өйөнә чума” — “Чума на оба ваши дома”, Г.И.Горин). Юмористик реприза, сатирик этюд, импровизация оҫталығына эйә булыу актёрға төрлө театрлаштырылған концерттарҙа популярлыҡ яулап алыу мөмкинлеген бирә. “Күңелле кәзә” (“Весёлая коза”) Бөтә Рәсәй театр кисәләре фестивале лауреаты (1994; Түб. Новгород ҡ.). П.Высоцкий һәм О.Колчинскаяның “Трамвайҙы кем урланы?” (“Кто украл трамвай?”) спектаклен ҡуя (1989; Йәш тамашасы театры, ҡара: Милли Йәштәр театры). “Ай ҡыҙы” т/ф төшә (“Башҡортостан” ДТРК; 2002).

Әҙәб.: С а г и т о в а А. Детская радость — это абсолютная ценность //Страстной бульвар, 10. 2009. №4—124.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова