ӘХМӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ҡырҙас а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 80 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 340 кеше; 1920 — 183; 1939 — 271; 1959 — 205; 1989 — 147;2002 —151; 2010—145 кеше.Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 19 б. башынан билдәле. Йорт сотнигы Әхмәт Өмөтбаев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Һаҡмарбаш булараҡ билдәле булған. 1866 й. 50 йортта 223 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. А.Ш. Йәғәфәрова ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев