ӘХМӘТ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Тайнаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 89 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 296 кеше; 1920 — 392; 1939 — 390; 1959 — 397; 1989 — 322; 2002 — 332; 2010 — 326 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тайнаш урта мәктәбе филиалы), фельдшер­акушерлыҡ пункты, китапхана бар. Ауылға 17 б. аҙ. Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1700 й. алып билдәле (бында керҙәш башҡорттар килеп ултырған, улар һуңыраҡ тип­тәрҙәр ҡатламына күскән). Шулай уҡ Рафиҡ, Дөмәй булараҡ теркәлгән. 1795 й. 13 йортта 85 кеше йәшәгән, 1865 й. 33 йортта — 193 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. ауылға 1801 й. ш. уҡ улустың Иҫке Дөмәй а. (хәҙ. Илеш р‑ны Дөмәй а.) кешеһе Рафиҡ Дөмәев нигеҙ һалған Рафиҡ (Бәләкәй Әхмәт) ауылы ҡушыла.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев