ӘХМӘТ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Әхмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Мәнәҙе күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 884 кеше; 1920 — 1158; 1939 — 2447; 1959 — 1621; 1989 — 1080; 2002 — 891; 2010 — 886 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, 2 мәсет бар.

Ауылға 17 б. аҙ. Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яҡшый исеме м‑н нигеҙ һала. 1723 й., 1755 й., 1792 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында мишәрҙәр күсеп ултырған. 1762 й. Ә. ш. уҡ типтәрҙәр иҫәпкә алынған. 1795 й. 56 йортта 299 кеше йәшәгән, 1865 й. 246 йортта — 1593 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 19 б. 60‑сы йй. Яңы Ә. бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Ә. булараҡ теркәлгән, 20 б. 30‑сы йй. улар хәҙ. исемде йөрөткән бер ауылға ҡушылған. 1906 й. мәсет, мәктәп, мануфактура һәм 3 бакалея кибете булған. Н.Әминева, Ф.Ф. Әхмәлетдинов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев