ӘХМӘТ, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 46 км алыҫлыҡта Сағыл й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 339 кеше; 1939 — 385; 1959 — 297; 1989—138;2002—154; 2010— 139 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1909 й. Өфөөйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Күсәрбай а. халҡы бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. М.Х.Баязитов ошо ауылда тыуған.

Ә.Р.Ғайсин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев