ӘХМӘРОВА Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ, БР‑ҙа тыуған яҡты өйрәнеүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған йәмәғәт берекмәһе. Ойоштороусыһы – Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы. 1992 й. тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы булараҡ ойошторола, 2004 й. алып Әхмәрова Ф.ис. Өфө ҡала тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте. Составында 70 кеше (2008). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеш­тәре – фәнни‑тикшеренеү, эш формалары — конференциялар, күргәҙмәләр, семинарҙар, уҡыуҙар үткәреү. 2003 й. башлап йыл һайын “Яҙмыштарҙы бәйләүсе еп” (“Судеб связующая нить”) тыуған яҡты өйрәнеүселәр альманахын сығара. Рәйестәре: Ф.Д.Әхмәрова (1992 й. алып), Г.А.Иҡсанова (2004 й. алып).

Г.А.Иҡсанова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев