ЭНӘҒАРАҠТАР (Odonata), бөжәктәр отряды. 4500‑ҙән ашыу төрө билдәле; Башҡортостанда 9 ғаиләгә ҡараған яҡынса 60 төрө осрай. Ҡанаттарының төҙөлөшө һәм урынлашыуы һ.б. үҙенсәлектәре б‑са Э. 3 ярым отрядҡа бүленә: тигеҙ ҡанатлылар (матурҡастар, ҡанһыҙҙар, уҡ һымаҡтар һ.б. ғаиләләр), төрлө ҡанатлылар (йылға Э., көйәнтә һымаҡтар, ысын Э. һәм башҡалар), төрлө тигеҙ ҡанатлылар (бер төркөм м‑н бирелгән). Кәүҙә оҙонлоғо — 13 см тиклем. Кәүҙәһе һомғол, зәңгәр, йәшел, һары төҫтә, ҡайһы берҙә металл кеүек ялтыр (ата бөжәктәр сағыуыраҡ). Башы ҙур, хәрәкәтсән, күк, йәшел йәки ҡыҙыл төҫтәге ҙур һәм 3 ябай түбә күҙҙәре бар. Мыйыҡтары ҡыҫҡа, төк һымаҡ, 4—7 быуынтыҡлы. Ауыҙ аппараты кимереүсе. Ҡорһағы (1,4—12 см) оҙонса, осонда парлы өҫкө һәм парһыҙ аҫҡы үҫентеләре (инә бөжәктәрҙеке юҡ) — өҫтәмәләре була. Ҡанаттары ҙур, селтәр епсәле, үтә күренмәле йәки буялған (күҙсәле беренсе пары — птеростигма м‑н). Аяҡтары төклө, һуңғы пары оҙонораҡ. Ата бөжәктәрҙең икенсел копулятив аппараты бар. Осош ваҡытында аталана. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле. Йомортҡаларын (200—1600 дана) сәнскеле йомортҡа һалғыс ярҙамында һыуға йәки һыу үҫемлектәре туҡымаларына, һирәгерәк тупраҡҡа һала. Ҡарышлауыҡтарының (нимфа, йәки наяда; 25 тапҡырға тиклем төләй) яҡшы үҫешкән ауыҙ ағзалары һәм ныҡ сығып торған аҫҡы ирене бар; йыл дауамында, эре Э. ҡарышлауыҡтары — 2—4 йыл эсендә үҫешә. Айғолаҡтар ярҙамында тын ала. Тигеҙ ҡанатлылар ҡарышлауыҡ­тарының айғолаҡтары трахеялы (ҡойроҡ үҫентеләрендә урынлашҡан), төрлө ҡанатлыларҙыҡы — ректаль (тура эсәктең көбөндә була). Респ. шарттарында йыл эсендә 1 быуын үҫешә.

Ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Көндөҙ әүҙем, май—сент. оса. Э. ҡарышлауыҡтары һыу бөжәктәренең, серәкәйҙәрҙең, себендәрҙең ҡарышлауыҡтары, ҡыҫала һымаҡтар, ҡайһы бер­ҙә сүмесбаштар, балыҡ селбәрәләре; оло бөжәктәр — серәкәйҙәр, күгәүендәр һ.б. м‑н туҡлана. Ҡан һурыусы бөжәктәрҙең һанын көйләй, Э. ҡарышлауыҡтары м‑н балыҡтар туҡ­лана. Һаҡсы‑император БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына, билдәш энәғараҡ — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова