ӘХМӘРОВА Әминә Мөхәмәтйән ҡыҙы [21.3.1909, Пермь губ. Уҫы өйәҙе Луговая а. (Пермь крайы) — 3.6. 1996, Мәскәү өлк. Троицк ҡ.], педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1963). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1968), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1948) шунда уҡ уҡыта. 1958— 75 йй. Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалында өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт мәктәбендә урыҫ телен уҡытыу методикаһына арналған. Башҡорт мәктәбенең башланғыс кластары өсөн урыҫ телеб‑са 20‑нән ашыу дәреслек һәм уҡытыу‑методик әсбап, ш. иҫ. 4 класс өсөн 1939—68 йй. күп тапҡыр нәшер ителгән дәреслек, авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1970).

Х е ҙ м.: Развитие речи в 1—4 классах башкирской начальной школы в связи с объяснительным чтением. Уфа, 1963; Развитие речи на уроках русского языка в начальной башкирской школе. Уфа, 1963.

Л.М.Басиров, Д.И.Рюков

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина