ЭНЦИКЛОПЕДИЯЛАР (фр. encyclopedie), фәнни, фәнни‑популяр йәки популяр белешмә баҫмалары. Э. системаға һалынған белем йыйылмаһы булып тора, алфавит, тематик йәки алфавит‑тематик тәртиптә урынлашҡан ҡыҫҡа мәҡәләләр рәүешендә бирелгән фән һәм ғәмәли эшмәкәрлектең айырым йәки бөтә тармаҡтары б‑са төп мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала.

Универсаль һәм махсус (тармаҡ, тематик, персональ); донъя һәм илдәрҙе өйрәнеү; милли, төбәк һәм милли‑төбәк; ҙур (тулы) һәм бәләкәй (ҡыҫҡа); күп томлы һәм бер томлы; ҡағыҙ һәм электрон һ.б. энциклопедияларға бүленә. Махсус эшләнгән тематик планы (төрлө дисциплиналар һәм мәҡәлә төрҙәре араһында мәҡәләләрҙең дөйөм күләмен бүлеү) һәм һүҙҙәр исемлеге (мәҡәләләр арналған терминдар исемлеге) була. Мәҡәлә‑күҙәтеү һәм мәҡәлә‑белешмә (билдәле мәсьәлә б‑са төп мәғлүмәтте үҙ эсенә ала), мәҡәлә‑аңлатма (дефиницияны һәм, әгәр үҙләштерелгән һүҙ булһа, этимологияны) һәм мәҡәлә‑һылтанма (икенсе терминға йүнәлтә) айырыла. Тулыраҡ мәғлүмәтте текст йәки мәҡәлә, том һ.б. аҙа­ғында бирелгән әҙәбиәт исемлеге б‑са алырға мөмкин. Иллюстратив материалдар (карталар, пландар, схемалар, һыҙмалар, картина репродукциялары, фотографиялар, портреттар һ.б.) Э. ҙур урын алып тора. Башҡортостанда тәүге Э. — “Аҫар” 19—20 бб. сиктәрендә Р.Ф. Фәхретдинов тарафынан әҙерләнә; Урал‑Волга буйы дин белгестәренең, яҙыу­сыларының, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, эшҡыуар‑меценаттарҙың биографияларын үҙ эсенә ала (1900—08 йй. баҫмаға әҙерләнгән 4 томдан 15 китапта 2 томы нәшер ителә). 1990 йй. башынан энциклопедистика үҫеше “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте эшмәкәрлеге м‑н бәйле. 1996—97 йй. нәшриәт тарафынан башҡорт һәм урыҫ телдәрендә “Баш­ҡортостан” ҡыҫҡа милли‑төбәк Э. сығарыла, уның эсенә тарих, археология, этнография, мәҙәниәт, йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошо, тәбиғәт, халыҡ, иҡтисад һәм халыҡ хужалығы, сауҙа, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү, соц. страховкалау, фән, әҙәбиәт, сәнғәттең мөһим йүнәлештәре, философия һәм дин, халыҡ мәғарифы, киң мәғлүмәт саралары һәм китап нәшер итеү эше, физкультура һәм спорт, туризм, БР‑ҙың халыҡ‑ара бәйләнештәре, ш. уҡ билдәле кешеләр т‑да биографик мәҡәләләр инә; 2005 й. уның урыҫ һәм башҡорт телдәрендә электрон версияһы сыға. Бер нисә тематик Э. нәшер ителә: “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; 2004), “Газпром нефтехим Салават” (2012), “Башҡорттарҙың хәрби тарихы” (“Военная история башкир”; 2013); “Башҡортостан халыҡтары” (“Народы Башкортостана”; 2014), “Башҡорт комсомолы” (“Башкирский комсомол”; 2016). Административ райондар Э. сығарыла: “Йылайыр районы” (“Зилаирский район”; 2000), “Ишембай энциклопедияһы” (“Ишимбайская энциклопедия”), “Хәйбулла энциклопедияһы” (“Хайбуллинская энциклопедия”), “Әбйәлил энциклопедияһы” (“Абзелиловская энциклопедия”; бөтәһе лә — 2015) һ.б. Күп томлы “Башҡорт энциклопедияһы” (7 томда, 2005—2011; башҡорт телендә — 2014—2018) һ.б. донъя күрә.

Әҙәб.: С а и т о в У.Г. Башкирская энциклопедистика: зарождение, становление, развитие. Уфа, 2008.

У.Ғ.Сәйетов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов