“БАШКОММУНЭНЕРГО”, ААЙ. Ҡаҙандар, газ горелкалары һәм стандарт булмаған ҡорамалдар етештерә; электр һәм йылылыҡ м‑н тәьмин итеү өлкәһендә проектлау, монтажлау һәм сафҡа индереү-көйләү эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 2010 й. 45 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1972 й. “Баштеплоэнерго” производство-эксплуатация берекмәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1988 й. Энергетика эксплуатация идаралығы (1964 й. нигеҙләнгән) м‑н берләштерелә, 1990 й. алып “Б.” респ. берекмәһе, 1992 й. — ДУП, 2004 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика