ЭНЦЕФАЛИТ (гр. enkе— phalos баш мейеһе), баш мейеһенең шеш ауырыуы. Патологик процестың урыны б‑са полиоэнцефалит (баш мейеһе ҡабығының һоро матдәһендә йәки олон өлөшөндә), лейкоэнцефалит (мейенең аҡ матдәһендә), панэнцефалит (аҡ һәм һоро матдәләрҙә), менингоэнцефалит (шешеүҙең мейе матдәһенән шекәрәгә күсеүе); шешеүҙең таралышы б‑са — сығанаҡлы, диссеминацияланған йәки диффузлы; шешеү реакцияһы характеры б‑са — геморрагик, эренле, эренһеҙ лимфоцитар типтағы, сероз; барышы б‑са киҫкен, киҫкенгә яҡын һәм хроник төрҙәре айырыла.

Кеше Э. Беренсел һәм икенсел (төп ауырыуҙан һуң өҙлөгөү); инфекцион, аллергик, вакцинанан һуңғы һ.б. төрҙәргә бүленә. Башҡортостан терр‑яһы географик патологиялы инфекцион ауырыуҙар төркөмөнә ҡараған талпан Э. б‑са эндемик булып тора. Талпан Э. тыуҙырыусыһы — нейротроп вирус, уның төп таратыусыһы иксод талпаны. Талпан ҡа­ҙалғанда вирус ҡан аша үҙәк нервы системаһына үтеп инә, шешеү һәм дистрофик үҙгәрештәр тыуҙыра. Инкубация осоро 1—30 көн тәшкил итә. Төп симптомдары: тән т‑раһының 38—39°С тиклем күтәрелеүе, баш ауыртыу, уҡшыу, елкә мускулдарының тартышып ҡатыуы һ.б. Диагностика өсөн анамнез, клиник, лаб. (иммунологик) һәм инструменталь (электроэнцефалография, компьютер һәм магнит‑резонанслы томография) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (талпанға ҡаршы иммуноглобулин, дезинтоксикация саралары һ.б.). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: аяҡ‑ҡул парезы һәм фалижы, мейе шешенеүе, кома, эпилепсия һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә талпан Э. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2005 й. — 1,23; 2007 — 1,04; 2009 — 1,85 кеше. Медицина университетында 20 б. 40‑сы йй. алып талпан Э. патогенезы һәм клиникаһы өйрәнелә (Н.Ф.Воробьёв, Н.И.Савченко), 60‑сы йй. уны дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнә (Р.Ф.Әбдерәшитов, М.Е. Третьякова). 80‑се йй. алып талпан Э. м‑н ауырыу динамикаһы һәм клиник‑эпидемиологик үҙенсәлектәре тикшерелә (Р.В.Мәғжәнов, Г.Д.Минин һ.б.). 1968 й. башлап “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында талпанға ҡаршы иммуноглобулин етештерелә.

Хайуандар Э. Нейротроп вирустар тыуҙырған беренсел (ҡотороу ауырыуы, йылҡының инфекцион энцефаломиелиты булғанда) һәм икенсел Э. (листериоз, мал чумаһы, сепсис, травмалар һ.б. ваҡытында) айырыла. Төп симптомдары: хайуандың ярһыусан йәки йонсоу булыуы, хәрәкәт координацияһы боҙолоуы, шартлы рефлекстарҙың юғалыуы, тартышыу һ.б. Диагностика өсөн клиник, лаб., инструменталь (рентгено‑, томо‑, электро‑ энцефалография һ.б.), патологоморфологик һ.б. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибиотиктар, кортикостероидтар, тартышыуға ҡаршы, седатив саралар һ.б.). 20 б. 70‑се йй. Аграр университетта һарыҡтар листериозы ваҡытында Э. патоморфологик сағылышы (Ф.Ә.Кәримов, У.Ғ.Ҡадиров һ.б.), 90‑сы йй. һарыҡ, сусҡа, кролик һәм ҡомаҡтарҙың үҙәк нервы системаһының функциональ морфологияһы (Ғ.Р.Шакирова һ.б.); Ветеринария лабораторияһында ҡотороу, Ауески ауырыуы, листериоз ваҡытында Э. диагностик әһәмиәте (Г.У.Ғәлләмова һ.б.) өйрәнелә.

К.З.Бәхтейәрова, Р.А.Ибәтуллин, У.Ғ.Ҡадиров, Е.Н.Сковородин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина