ӘХМӘРОВА Нурия Миңлейәр ҡыҙы [22.9.1956, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Әбет а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны)], педагог. Пед. ф. д‑ры (2004). СДПИ‑ны тамамлаған(1980),1983 й. алып шунда уҡ эшләй: 1996 й. башлап көндөҙгө уҡытыу б‑са декан урынбаҫары, 1997 й. алып башланғыс уҡыу педагогикаһы һәм методикаһы каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1999—2009 йй. мө­дире. Фәнни тикшеренеүҙәре башланғыс класс уҡытыусыларында проф. үҫеш ихтыяжын формалаштырыу проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Этнокультурный подход в подготовке социального педагога в условиях Башкортостана. М., 2003; Педагогические условия повышения эффективности развивающего обучения в среднем звене общеобразовательной школы. Стерлитамак, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина