ӘХМӘРОВА Зәкиә Абдулла ҡыҙы [13.3.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Йәнбәк а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 22.6.2006, Салауат ҡ.], актриса. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1958). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1953). Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1940, В.Ғ.Ғәлимов, Б.Ғ.Имашев курсы) 1990 й. тиклем Салауат башҡорт драма театры актрисаһы. Ә. башҡарыу сәнғәтенә хислелек, нескә психологизм,тормошсанлыҡ хас. Төп ролдәре: Сәрүәр (дебют, 1940) һәм Сәрби (икеһе лә — “Башмағым”), Ғәлимәбаныу (“Ғәлиәбаныу”), Шәмсинур (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Химонкори [“Ганга ҡыҙы”, Р.Тагорҙың “Һәләкәт” (“Крушение”) романы б‑са А.Гинзбург спектакле]. Өлкәнерәк йәштәге ролдәргә күскәндән һуң ижад иткән образдарында сатирик интонациялар өҫтөнлөк итә башлай: Хәҙисә (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тинчурин), Рәхимә (Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы б‑са Л.В.Вәлиевтең ш. уҡ исемле спектакле), Йөҙөм ханым (“Айгөл иле”). С.Т.Айытматов, Дәү­ләтшина, Ә.М.Мирзаһитов, М.А.Хәйҙәров һ.б.әҫәрҙәре б‑са спектаклдәрҙә актриса кәүҙәләндергән әсә образдары үткер контраслы йүнәлештәр һәм сағыу сәхнә кәүҙәләнеше м‑н айырылып тора.

Әҙәб.: С а б и т о в М.А. Йылдар үрҙәргә юллата. Салауат башҡорт дәүләт драма театры: очерктар. Өфө, 1993.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова