ЭНТОМОЛОГИЯ (гр. еntoma — бөжәктәр һәм ...логия), зоологияның бөжәктәрҙе өйрәнгән бүлеге. Дөйөм (бөжәктәрҙең төҙөлөшөн һәм йәшәү эшмәкәрлеген, индивидуаль үҫешен, эволюцияһын, формалар төрлөлөгөн тикшерә) һәм ғәмәли (ауыл хужалығы һәм урман (ҡырмыҫҡаларҙы) һ.б. айырыла. Башҡортостан терр‑яһында тәүге энтомологик тикшеренеүҙәр 18 б. П.С.Паллас, Н.П.Рычков, 19 б. Э.А.Эверсманн, А.М.Бутлеров тарафынан үткәрелә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Өфө губернаһының ҡоротҡос бөжәктәре (С.И.Горский, Г. Рос­сиков), гессен себене, кобылка‑сиңерткә һәм яҙғы селәүсен м‑н көрәш саралары (Ф.Ф.Штумф), яры ҡанатлылар‑энтомофагтар (И.К. Тарнани, И.В.Васильев), паразит яры ҡанатлылар (Н.Ф.Мейер, Н.А. Теленга) өйрәнелә. 30—40‑сы йй. Ебәкселек тәж. ст. (Өфө) имән һәм тут ебәк күбәләктәре (А.М.Ишмәев, К.С. Никифорук, Г.Я.Седашева һ.б.), шунан һуңғы йылдарҙа Биология институтында — ишһеҙ ебәк күбәләгенең һ.б. япраҡ кимереүсе бөжәктәрҙең паразиттары (З.Ш.Яфаева), БАХИ‑ла — ебәкселектә ҡоротҡостар (Никифорук) һәм дикроцелийҙарҙың ваҡытлы эйәләре (Х.В.Әйүпов) булараҡ урман ҡырмыҫҡалары, БДУ‑ла — Башҡорт ҡурсаулығы ҡырмыҫҡаларының төр составы һәм трофик бәйләнештәре (Л.Н.Ғирфанова, Р.К.Степанова һ.б.); 60—70‑се йй. БАХИ‑ла ҡырағай бал ҡорто һымаҡтар һәм уларҙың мал аҙығы үҫемлектәре м‑н бәйләнеше (Никифорук), башҡорт бал ҡорто (Г.И.Чиглинцев, А.И.Кошелев, Е.М.Петров һ.б.), а.х. культураларын бал ҡорттары һеркәләндереү (В.Н.Анфёрова, Г.Ф.Бухарев), уларҙың ағыулы химикаттар м‑н ағыуланыуы (М.А.Алферова, Ү.Ә. Долотовская), төрлө тоҡомдарҙың экстерьер билдәләре (Й.Т.Шакиров, А.Я.Шекшуев), миҙгелгә бәйле үҙгәрештәр (В.Г.Королёва) тикшерелә; ағастарҙың энтомодиагностикаһы һәм энтомототороҡлолоғо т‑да тәғлимәт һ.б. нигеҙләнә (П.А.Положенцев). Башҡ‑н ғилми‑тикшеренеү баҫыусылыҡ тәж. ст. (А.В.Коровкина), А.х. министрлығында (А.П.Веретенников, Е.В. Лекгер, М.Ш.Үтәкәев һ.б.) а.х. үҫемлектәре ҡоротҡостары өйрәнелә һәм улар м‑н көрәш саралары эшләнә, Биология ин‑тында (М.Ғ.Ханисламов етәкс.) дендрофиль бөжәктәр (ишһеҙ ебәк күбәләге, сыбарғанат ебәк күбәләге, тал тулҡын ҡанатлылары, һарыбауыр һ.б.) һаны динамикаһы, БДУ‑ла — агробиоценоздарҙа мезофауна составы, һаны һәм бүленеше (В.Г.Боев), һыуҙа йәшәгән йәки унда айырым үҫеш фазаларын үткән бөжәктәр (М.Ғ.Баянов, Н.Л. Каратаева, А.Н.Зей‑Нечаева, Ғирфанова һ.б.), БДПИ‑ла Башҡортостандың Урал алдындағы күбәләк төрҙәре, ҡайһы бер агробиоценоздарҙың тупраҡ мезофауналары (М.Ғ.Миһранов) тикшерелә. Респ. Э. б‑са тикшеренеүҙәр Баянов тарафынан (1997) һәм “Башҡортостандың хайуандар донъяһы” (“Животный мир Башкортостана”; 1949, 1977) китабында дөйөмләштерелә.

Әҙәб.: М и г р а н о в М.Г. Булавоусые чешуекрылые Башкирии: (определитель). Уфа, 1991; Б а я н о в М.Г. Зоологические исследования в Башкирии. Уфа, 1997.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова