ӘХМӘРОВ Рәүеф Барый улы [25.2.1911, Өфө губ. ш. уҡ ис. өйәҙе (БР‑ҙың Иглин р‑ны) Һарт‑Лабау а. — 6.8. 2000, Өфө], археолог, музей белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Юғары музей курстарын (Мәскәү, 1936), К.А. Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын (1956) тамамлаған. Ҡазан (1936 й. алып), Симферополь (1937 й. алып), Севастополь (1938—41), Махачкала (1943—45) ҡҡ. музейҙарында эшләгән. 1947 й. алып БАССР‑ҙың Республика тыуған яҡты өйрәнеү музейында (ҡара: Милли музей) бүлек мөдире, 1958—72 йй. директор. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорттарҙың биҙәүҡулланма сәнғәтен, этнонимдарын һәм тамғаларын өйрәнеүгә арналған. Башҡортостандың бер нисә археологик ҡомартҡыһын (Стәрлетамаҡҡәберлеген, Өфө ҡәберлектәрен һ.б.) тикшергән. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Ғафури М. мемориаль йорт‑музейын, Иванов К. йорт‑музейын, Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а. Егерме бишенсе Чапаев дивизияһының йорт‑музейын, Баймаҡ, Белорет, Мәләүез ҡҡ. тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарын ойоштороуҙа ҡатнашҡан. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Х е ҙ м.: Наскальные знаки и этнонимы башкир. Уфа, 1994; Об истоках декоративно­прикладного искусства башкирского народа. Уфа, 1996.

Әҙәб.: М и н е е в а И.М. Археолог, краевед, музейный работник (о Р.Б.Ахмерове) Национальный музей Республики Башкортостан: люди. События. Факты. (1994–1998). Уфа, 1999.

 Тәрж. Д.К.Үзбәков