ӘХМӘРОВ Ҡасим Закир улы [7.11. 1900, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Борай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 11.2.1969, Өфө], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1963),проф.(1965). “Рәсүлиә” мәҙрә­сәһен тамамлаған (1919). Тикшеренеү эшмәкәрлеген 1928 й. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә башлай. 1938—69 йй. ТТӘИ‑лә өлкән ғилми хеҙм‑р, тел бүлеге мөдире. Фәнни хеҙмәттәре башҡорт яҙыуы тарихын һәм орфографияһын өйрәнеүгә, хәҙ. башҡорт теленең синтаксисына арналған. Урыҫ‑башҡорт (1948), башҡорт‑урыҫ (1958) һүҙлектәрен, башҡорт әҙәби теленең орфографик һүҙлеген (1942) төҙөүселәрҙең береһе. 100‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. пед. уч‑щелары һәм урта мәктәптәр өсөн башҡорт теле дәреслектәре, авторы. Х е ҙ м.: Башҡорт телендә ябай һөйләм синтаксисе. Өфө, 1957; Башҡорт телендә теҙмә ҡушма һөйләм синтаксисе. Өфө, 1960; Башҡорт яҙыуы тарихенән: башҡорт әҙәби теленең алфавите һәм орфографияһы тарихе. Өфө, 1972.

Әҙәб.: У р а к с и н З.Г. Касим Закирович Ахмеров //Вопросы башкирского языкознания. Уфа, 1973.

З.Ғ.Ураксин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов