ЭНТОМОЛОГИК ЕЛЕМ, йәбешкәк шыйыҡ елемдәрҙең бер төрө, иҫәпләү һәм идентификациялау маҡсатында культуралы үҫемлектәрҙең ҡоротҡос бөжәктәрен тотоу һәм теркәү өсөн файҙаланыла. Бөжәк тотоу елемдәренең нигеҙе сифатында сайыр, терпендар, нефть ыҫмалалары, тәбиғи ыҫмалалар һ.б. йәбешкәк материалдар ҡулланыла. Э.е. үҙ аллы шыйыҡ фазалы материалдар булараҡ эшләү нигеҙе булып үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн пестицид препараттарға альтернатива итеп синтетик полимерҙар (башлыса эластомер­ҙар) нигеҙендә экологик яҡтан таҙа булған хәҙ. сараларҙы булдырыу (ҡара: Үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулы) тора. Донъялағы тәүге Э.е. 20 б. 20‑се йй. Канадала, 30‑сы йй. Германияла уйлап сығарыла. Башҡортостанда 80—90‑сы йй. Химия ин‑тында Биохимия һәм цитохимия бүлеге м‑н берлектә изобутилен, синтетик балауыҙ һ.б. ярҙамсы матдәләрҙең полимерҙары һәм сополимерҙары нигеҙендә Липофикс Э.е. (“Bird Tanglefoot” Э.е. аналогы, АҠШ) ҡалдыҡһыҙ технологияларҙы ҡулланып сығарыу ысулы табыла (Ю.Я. Нелькенбаум, Т.В.Романко, Ю.А.Сангалов). Шул уҡ ваҡытта композицион материалдар уйлап сығарыу — ҡуйы липкоген полиолефин матрицаларын (башлыса полиизобутилен) өлөшләтә кристаллаштырылған балауыҙҙар ярҙамында продукттың кәрәҙ структураһын барлыҡҡа килтереп структуралаштырыу принцибы файҙаланылған. Липофикс Э.е. компоненттарҙы уларҙың иреү (йомшарыу) т‑раһынан юғарыраҡ т‑рала ҡатыштырыу һәм артабан яйлап һыуытыу юлы м‑н алына. Төп үҙсәнлектәре: өҫкө йөҙө оҙаҡ ваҡыт йәбешкәк, үтә күренеү­сән, биол. тап килеү (тотолған бөжәктәрҙең төр билдәһен һаҡлай), ағыусанлыҡ сиге юғары (50—60°С т‑раға тиклем вертикаль урынлаштырылған тотҡостан ағып төшмәй), тотҡостоң өҫкө йөҙөнә адгезия, ҡуйылығы уртаса (тотҡосҡа һөртөү еңел), атмосфера тәьҫиренә һәм һыуға бирешмәүсән, кеше һәм йылы ҡанлылар өсөн хәүефһеҙ (ағыулылығы 4‑се класс) булыу. 80‑се йй. уртаһынан респ. Липофикс Э.е. етештереү ойошторола, ул СССР ФА‑ның Баш ботаника баҡсаһы (Э.Ф.Козаржевская) м‑н берлектә “Марфинский” йәшелсәселек‑теплица с‑зында (АСК, Мәскәү), СССР‑ҙың Союз‑республика дәүләт агросәнәғәт ком‑ты һәм СССР‑ҙың Урман хужалығы б‑са дәүләт ком‑ты пр‑тиеларында (Молдавия, Украина, Латвия, Литва, Эстония, Урта Азия респ. һәм РСФСР‑ҙың күпселек төбәктәре) аҡ ҡанатлы оранжерея көйәһен тотоу өсөн файҙаланыла башлай. Шулай уҡ Э.е. алыҫ сит илдәрҙә (Болгария, Германия, Польша) һынау үткәрелә. БР‑ҙа Э.е. “Алексеевка” һәм “Рощинский” с‑здарында, “Башҡортостан сәскәләре” ЯАЙ‑нда, күп сәнәғәт пр‑тиеларының теплица‑парник хужалыҡтарында ҡулланыла. 80—90‑сы йй. Химия ин‑тында, 90‑сы йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында үҙсәнлектәрен һәм ҡулланыу өлкәһен киңәйтеү маҡсатында Липофикс Э.е. модификациялау б‑са ғилми‑тикшеренеү эштәре үткәрелә. Ҡуйылығы юғары булған (эре бөжәктәрҙе тотор өсөн), ҡыҙғылт һары төҫкә буялған (йәбештереү һәм аттрактант функцияларын берләштерә), таллоль майы өҫтәлгән (репеллент үҙсәнлектәре бирә), берләштерелгән (липкоген агент, эреткес) олигоизобутилен (ябай сығымһыҙ рецептуралар әҙерләү) функциялары булған, углеводород пропеллентлы аэрозоль (һөртөүҙең иң уңайлы операцияһы), һыулы эмульсиялы (экологик үҙсәнлектәрен яҡшыртыу) Э.е. уйлап табыла. Рецептураһы б‑са иң ябай бер компонентлы елем — олигоизобутилендың ваҡытлыса эреткестәге эретмәһе (С4 углеводородтарының фракциялары). Липофикс Э.е. башлыса феромон‑елем һәм төҫлө елем тотҡостарында ҡулланыла, ш. уҡ тотҡос поястарҙа, дезинсекциялау, хәүефһеҙ агрохимик саралар үткәреү, һыйыр малын ҡан һурыусыларҙан һаҡлау өсөн, консервалау препараты сифатында медицинала һ.б. ҡулланылыуы мөмкин. 80—90‑сы йй. Липофикс Э.е. 500‑гә яҡын төрлө варианты (10 млн ашыу шартлы биотехник сара) эшләнә.

Әҙәб.: Новые средства и методы защиты растений: сб. науч. тр. Уфа. 1972; Сангалов Ю.А., Романко Т.В., Мусин М.А. Энтомологические полимерные клеи как новые жидкофазные материалы //Башкирский химический журнал. 1996. Т.3. №4.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов