БАЙРАК Константин Алексеевич (28.9.1913, Баҡы — 24.2.1993, С.‑Петербург), хужалыҡ эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1962). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1936) Баҡы нефть промыслаларында эшләй. 1939 й. — алып “Башнефть” тресы, 1941 й. — “Ишимбайнефть” тресы, 1946 й. — “Башнефть” ПБ баш инженеры. 1954 й. башлап КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты бүлек мөдире, 1956 й. — Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ дир., 1961 й. — “Арланнефть” нефть эшкәртеү идаралығы начальнигы. 1962 й. алып Үҙ-ара иҡт. ярҙам советында һәм СССР‑ҙың Дәүләт планында эшләй. Башҡортостанда нефть сығарыу үҫешенә ҙур өлөш индерә (Туймазы нефть ятҡылығында ҡатламдарға контур аръяғы буйлап һыу ебәреүҙе индереү һ.б.). Арлан нефть ятҡылығын эшкәртеүҙе ойоштороусыларҙың береһе. БАССР ЮС‑ының 3—4‑се саҡырылыш депутаты. Сталин пр. лауреаты (1950). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика