ӘХМӘРОВ Ғәбит Абдулла улы [24.2. 1921, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Иҫке Сытырман а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 11.4.1996, Фёдоровка р‑ны Бала Сытырман а.], артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). 1‑се Атлы Армия ис. Тамбов Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия уч‑щеһын тамамлаған (1945). 1942 й. алып Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 62‑се гвардия кавалерия полкының взвод ком. ярҙамсыһы гвардия өлкән сержанты Ә. 1943 й. 21 һәм 22 сент. Украина ССР‑ының Клочково һәм Ивашовка аа. тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) БАССР ЭЭМ органдарында хеҙмәт итә, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑нындағы “Салауат”, А.С.Пушкин ис. к‑здарҙа рәйес, Бала Сытырман а/с рәйесе булып эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: К у л м у х а м е т о в Х. Ратной дорогой //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин