ӘХМӘР, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ишәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 32 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Хал­ҡы:1906 й.—1076 кеше;1920 — 1104; 1939 — 1140; 1959 — 1408; 1989 — 989; 2002 — 963; 2010 — 984 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1787 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Аҡҡускар Әхмәров билдәле. 1795 й. 45 йортта 411 кеше йәшәгән, 1865 й. 130 йортта — 821 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, земство мәктәбе, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Ауыл эргәһендә Әхмәр ҡәберлеге II бар. Р.М.Мусина, М.М.Хәйбуллин, М.Х.Хәйбуллин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев