ЭНЕРГОРЕСУРСТАРҘЫ КҮСЕРЕҮ ПРОБЛЕМАЛАРЫ ИНСТИТУТЫ, ДУП. 1959 й. Өфөлә Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑ның нефтте күсереү һәм һаҡлау бүлеге нигеҙендә Нефтте һаҡлау һәм күсереү ҒТИ булараҡ асыла, 1970 й. башлап Бөтә Союз нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ, 1992 й. хәҙ. статусын ала (БР ФА составына инә), 1997 й. башлап БР‑ҙың Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары ин‑ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: углеводородтар үткәргес торба транспортының гидравлик системаларында күп фазалы мөхиттәр механикаһы; Ньютонса булмаған шы­йыҡлыҡтар гидродинамикаһы; күләмлеконструкцияларҙыңныҡлығына күсеү процестарының һәм бәрмә күренештәрҙең йоғонтоһо; энергоресурстарҙы үткәргес торба транспорты системаларын, насос станциялары ҡорамалдарын һәм ҡоролмаларын файҙаланыу ышаныслылығын арттырыу; металдарҙың ныҡлығы һәм төрлө тәғәйенләнешле үткәргес торбаларҙы диагностикалау; капиталь һәм авария ремонты технологиялары һәм техник саралары; үткәргес торбаларҙы һәм нефть‑газ тармағы ҡоролмаларын коррозиянан һаҡлау; яғыулыҡ‑энергетика комплексында тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау; үткәргес торба транспорты м‑н автоматлаштырылған идара итеү системалары һ.б. Ин‑т составына нефть‑газ промыслаларының проблемалары һәм ресурстарҙы һаҡлау, магистраль нефть үткәргестәрҙе файҙаланыу ышаныслылығы һәм хәүефһеҙлеге, магистраль нефть продукттарын үткәргестәрҙе файҙаланыу ышаныслылығы һәм хәүефһеҙлеге проблемалары һәм энергия һаҡлау үҙәктәре инә. Тәжрибә производствоһы, химия лабораторияһы, төрлө тәғәйенләнешле технологияларҙы һәм ҡорамалдарҙы һынау өсөн эксперименталь стендтары, нәшриәте һ.б. бар. 143 ғилми хеҙм‑р араһында 1 БР ФА акад., 11 фән д‑ры һәм 28 фән канд. (2008). 4 һөнәр б‑са аспирантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау советы эшләй. Ин‑т ғалимдары тарафынан нефть сәнәғәте өсөн 900‑ҙән ашыу норматив‑хоҡуҡи документ, нефть һәм нефть продукттарын һурҙырып бушатыуҙы туҡтатмайынса магистраль нефть үткәргесте ремонтлау өсөн технологиялар һәм машиналар комплексы, эске коррозияны мониторин­гылау системалары, үҙәктән ҡыуған нефть насостары һәм улар нигеҙендәге насос агрегаттары, насос агрегаттарының ышаныслығын арттырыу өсөн виброизоляциялаған, компенсациялаған система комплексы, нефттең һәм нефть продукттарының авариялы түгелеүен туҡтатыу пландары, нефтте һәм нефть газын технологик юғалтыуҙар, атмосфераны бысратҡан матдәләрҙең рәсми сикләнеүле ташландыҡтары нормативтары уйлап табыла; юғары концентрациялы энергия сығанаҡтарын ҡулланыу б‑са эштәр комплексы үткәрелә. Ин‑т тарафынан эластик‑кумулятив зарядтар файҙаланып үткәргес торбаларҙы ҡырҡыуҙа һәм металл конструкцияларҙы демонтажлауҙа хәүефһеҙ технологиялар, юғары һөҙөмтәле Пластобит 2М изоляция япмаһы, уны магистраль үткәргес торбаларға ҡаплау технологиялары һ.б. эшләнә. Уйлап табыуҙарға 700‑ҙән ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм 150 патент алына. 400‑ҙән ашыу монография нәшер ителә; “Проблемы сбора, подготовки и транспорта нефти и нефтепродуктов” (“Нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү проблемалары”) фәнни‑техник журналы сығарыла. Ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары һәм учреждениелары, Белоруссия, Вьетнам, Ҡаҙағстан, Украина, Һиндостан һ.б. пр‑тиелары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: С.Г.Едигаров (1960 й. алып), Г.Г.Корнилов (1962 й. алып), В.Е. Губин (1965 й. алып), К.Е.Ращепкин (1976 й. алып), Ә.Ғ.Ғүмәров (1978 й. алып).

Әҙәб.: Институт проблем транспорта энергоресурсов. Уфа, 2000; Государственное унитарное предприятие “Институт проблем транспорта энергоресурсов” Проблемы сбора, подготовки и транспорта нефти и нефтепродуктов. 2007. №1.

Ә.Ғ.Ғүмәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина