ӘХМӘР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 66 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Төйәләҫ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 319 кеше; 1920 — 428; 1939 — 269; 1959 — 314; 1989 — 548; 2002 — 582; 2010 — 543 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (1‑се Төрөкмән урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улдары Абдулхалиҡ, Ибраһим, Рафиҡ Әхмәровтар билдәле). Шулай уҡ Биктаһир, Әпек булараҡ теркәлгән. 1795 й. 46 йортта 320 кеше йәшәгән, 1866 й. 43 йортта — 315 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев