ӘХМӘМӘТОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Иван Васильевич Ә., ҡалмыҡтарҙан. 1658 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙ­мәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Уның улы — Иван Иванович Ә., 1682 й. хеҙмәтле сит ил кешеләре, 1696 й. алып яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. Уның улы — Яков Иванович Ә., 1696 й. яңы суҡындырылғандар исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. Шулай уҡ Дементий Яковлевич Ә. (1668—?) билдәле, 1703 й. хеҙмәтле сит ил кешеләре исемлеге б‑са хәрби хеҙмәткә алына. Ә. нәҫеле Ырымбур губернаһыныңдворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған. 1801 й. Генераль ыҙанлау мәғлүмәттәре б‑са Ә. ӨфөөйәҙенеңӘхмәмәт а. (хәҙ. Иглин р‑нының Ҡалтыман а.) һәм 1,2 мең дисәтинә ергә хужа була.

Әҙәб.: Н о в и к о в В.А. Сборник материалов для истории уфимского дворянства. Уфа, 1879.

Б.Әҙнабаев Тәрж. М.Х.Хужин