“ЭНЕРГОНЕФТЕГАЗСТРОЙ”, электр энергияһы тапшырыу линияларын һәм электр подстанцияларын төҙөү б‑са пр‑тие. 1964 й. Өфөлә Башҡ‑н, Ҡурған, Силәбе (икеһе лә — 1967 й. тиклем), Ырымбур (1968 й. тиклем) өлк. төҙөлөш‑монтаж ойошмаларын берләштергән “Южуралсельэлектросетьстрой” тресы булараҡ ойошторола. 1993 й. алып “Башсельэлектрострой” ААЙ, 2003 й. башлап “Э.” ААЙ, 2010 й. ябылған. Пр‑тиела СССР‑ҙа тәүге тапҡыр сым эленгән көсөргәнеше 35—110 кВ булған электр энергияһы тапшырыу линияларының аралыҡтағы бағаналарын урынлаштырыу технологияһы индерелгән (1976). Составына Өфө (1964 й. асылған), Өршәк (1966), Нефтекама, Сибай (икеһе лә — 1969) филиалдары, Өфө төҙөлөш материалдары з‑ды (1964), “Мини‑макс” сауҙа йорто (1995) ингән. 1999 й. 684 кеше эшләгән; 155,2 км көсөргәнеше 6—10 кВ булған электр энергияһы тапшырыу линиялары, 92,5 км көсөргәнеше 0,4 кВ булған электр энергияһы тапшырыу линиялары төҙөлгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — а.х. һәм урман хужалығы, нефть сығарыу сәнәғәте һ.б. пр‑тиелар. 2004 й. “Э.” тарафынан 70 мең км ашыу электр энергияһы тапшырыу линиялары төҙөлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов