БАЙӨМБӘТ, Ҡунаҡбай, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 36 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 236 кеше; 1920 — 324; 1939 — 255; 1959 — 327; 1989 — 210; 2002 — 188; 2010 — 175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Байөмбәт Илсеғолов исеме м‑н аталған. 1795 й. 25 йортта 152 кеше йәшәгән, 1865 й. 30 йортта — 220 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, сана эшләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика