ЭНЕРГЕТИКА ҠУЛАЙЛАМАЛАРЫ, электр энергияһын етештереү йәки үҙгәртеү, тапшырыу, туплау һәм бүлеү өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар һәм ҡоролмалар комплексы. Төҙөлөшө һәм эшләү принцибы б‑са газ һәм пар турбиналы, пар‑газ, ел энергияһы, тулҡын, газ поршенлы, дизель, Ҡояш, ядро һәм пар винты машинаһы, яғыулыҡ элементтары базаһын­дағы Э.ҡ. айырыла. Сәнәғәт пр‑тиеларында, торлаҡ‑коммуналь хужалыҡта һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда ӨДАТУ‑ла Э.ҡ. ышаныслылығын, файҙалы эш коэф. арттырыу һәм уларҙың зарарлы ташландыҡтары кимәлен кәметеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. “Мотор” ҒПП‑нда Р95Ш, Р13‑300 авиация двигателдәре базаһында ГТЭ‑10/95 газ турбиналы Э.ҡ. эшләнә, двигателдәр компрессоры базаһында газ турбиналы ҡулайламалар уйлап табыла. 2004 й. алып “ВМ‑энергия” ЯСЙ‑нда (Өфө) кирегә әйләндерелгән винтлы ҡоро итеп ҡыҫыу компрессорынан торған винтлы пар машиналары (күләмле типтағы ротацион машина) етештерелә; ПВМ‑2000АГ (асинхрон генераторҙың макс. ҡеүәте 800 кВт; Раевка шәкәр заводы), ПВМ‑2000АГ‑1600 (1200—1400 кВт; 4‑се Өфө ТЭЦ‑ы) Э.ҡ.файҙаланыуғатапшырыла. 2008 й. алып “Гидравлика” ФДУП‑ында автоном эшләгән һәм үҙәктән күсерелгән энергетика системалары өсөн МТГ250, МТГ100 тибындағы бәләкәй үлсәмле газ турбиналы Э.ҡ. проект­лана. Шулай уҡ Э.ҡ. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә уйлап табыла һәм етештерелә.

Әҙәб.: Т у х б а т у л л и н Ф.Г., К а ш а п о в Р.С. Малотоксичные горелочные устрой­ства газотурбинных установок. М., 1997; Р у д о й Б.П., В а х и т о в Ю.Р. Снижение газодинамического шума циклических и импульсных энергоустановок. Уфа, 2008.

И.М.Горюнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов