ЭНЕРГЕТИКА ҠОРОЛМАЛАРЫ, энергетика объекттары (электростанциялар, ҡаҙанлыҡтар, подстанциялар, электр энергияһы тапшырыу линиялары, йылылыҡ һәм газ селтәрҙәре) комплексындағы инженер ҡоролмалары. Коммуникациялар һалыу йәки билдәле технологик функциялар башҡарыу өсөн ҡулланыла. Э.ҡ. гидроэлектростанцияларҙың плотиналары, ТЭЦ‑тарҙың мөрйәләре һәм градирнялары, эстакадалар, туннелдәр, каналдар, ҡоҙоҡтар, резервуарҙар, таҙартыу ҡоролмалары һ.б. инә. Башҡортостанда 18 б. аҙ.—19 б. башында Белорет һыуһаҡлағысының һәм Тирлән һыуһаҡлағысының плотиналары, 1901 й. — Өфөлә инженер С.М.Кирпичников проекты б‑са тәүге һыу алыу ҡоролмаһы, 1959 й. — Павловка һыуһаҡлағысының плотинаһы, 2004 й. — Йомағужа ГЭС‑ының гидротурбиналарын һыу м‑н тәьмин итеү өсөн һыу төбөндә урынлашҡан һыу ебәреү‑һыу сығарыу ҡоролмаһының туннеле (оҙонлоғо 381 м, макс. тәрәнлеге 70 м), Йомағужа һыуһаҡлағысының плотинаһы төҙөлә.

Ш.Р.Әбдерәшитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов