ӘХМӘҘУЛЛИН Вәсим Вәхит улы (24.7.1961, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ташлы‑Шәрип а.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). БАХИ‑ны тамамлаған (1987). “Геракл” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.В.Горшков). С.‑Петербург кубогына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1996). Ветерандар араһында Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2003).

Тәрж. Г.А.Миһранова