ӘХМӘҘУЛЛИН Вафа Мостафа улы [22.2.1922, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Һөләймән а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 16.11.1998, Өфө], Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1989), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1964). 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. башлап яугир, Украинала партизан отрядының взвод командиры. 1944 й. авг.— сент. Словак милли ихтилалында ҡатнаша. 1944 й. сент. – 1945 й. февр. Ә. тарафынан ойошторолған “Бейек Татр” партизандар отряды (300‑гә яҡын кеше) Ҡыҙыл Армия частары һәм Чехословак армия корпусы м‑н ҡушылғанға тиклем 36 хәрби операция үткәрә. 1945 й. демобилизациялана. 1946—52 йй., 1954—56 йй. һәм 1964—84 йй. Мәсетле р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1‑се (1945, 1985) һәм 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1975), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Чехословакияның почётлы гражданы (1945). Мәсетле р‑ны Ҡотош а. мәктәбенә уның исеме бирелгән.

Әҙәб.: Х а ж и е в Р. Бейек Татр бөркөтө. Өфө, 1981; Ғ ә л и М. Тауҙар төш күрә. Өфө, 1995; Л е о н о в Л. Высокие Татры. М., 1968; С в о б о д а Л. От Бузулука до Праги. М., 1984.

Р.З.Хажиев

Тәрж. М.Х.Хужин