ӘХМӘҘИНУРОВ Рөстәм Марат улы (11.4.1968, Өфө), социолог. Иҡт. ф. канд. (1997), социол. ф. д‑ры (2003). БДПИ‑ны (1992), Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. (Мәскәү, 1994) тамамлаған. 1990 й. алып БДПИ‑ла студенттар профсоюзы ком‑ты рәйесе. 1996 й. башлап БДУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1999 й. тиклем БР Финанс министрлығының бүлек нач. урынбаҫары. 2004 й. алып Рәсәй соц. ун‑тының Өфө филиалы дир., 2015 й. башлап попечителдәр советы рәйесе. Фәнни тикшеренеүҙәре иҡт. социология проблемаларына һ.б. арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙа Рәсәй сәйәсәте төбәк мәктәбе дирекцияһы етәксеһе (2010 й. алып). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5‑се саҡырылыш депутаты. Х е ҙ м.: Управление внутрифирменным рынком труда: социологический анализ особенностей социально‑экономической политики на предприятиях. М., 2002; Экономическое пространство социальной работы. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев