ЭНЕРГЕТИКА КОЛЛЕДЖЫ, 1961 й. Өфө электромеханика техникумының (ҡара: Радиоэлектроника колледжы) уҡыу‑консультация пункты нигеҙендә киске энергетика техникумы булараҡ асыла, 1964 й. башлап энергетика техникумы, 1996 й. — Өфө энергетика колледжы. 2003 й. Нефть техникумы м‑н Яғыулыҡ‑энергетика колледжына берләштерелә. Ағиҙел ҡ. филиалы (2000 й. асылған) була. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә автоматлаштырылған мәғлүмәт эшкәртеү һәм идара итеү системалары; автоматлаш­тырылған электр энергетикаһы системалары м‑н идара итеү; газ м‑н тәьмин итеү ҡорамалдарын һәм системаларын монтажлау һәм файҙаланыу; йылылыҡ‑энергетика ҡулайламалары; һыу, яғыулыҡ һәм майлау материалдары технологияһы; электр станцияларының һәм подстанцияларының электр ҡорамалдары; электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу, хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 3 компьютер класы, китапханаһы, тамаша, 2 спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, мед. кабинеты, саңғы базаһы, уҡыу‑производство оҫтаханалары, ятағы була. 20 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2003).

Т.Г.Карпова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина