ӘХМӘҘИЕВА Эльза Нәбиәхмәт ҡыҙы (19.4.1946, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры(1991),проф. (1992).БР‑ҙың атҡ. табибы (2010), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2011). БДМИ‑ны тамам­лағандан һуң (1969) Новосибирск ҡ. эшләй. 1972 й. алып БДМУ‑ла: 1991 й. башлап неонатология һәм перинатология каф., 1999 й. — госпиталь педиатрияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1998—2001 йй. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш перинатологы. Фәнни эшмәкәрлеге балалар һаулығын, перинаталь һәм экологик патологияларҙы өйрәнеүгә арналған. 550‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй перинаталь медицина белгестәре ассоциацияһының Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1994 й. алып).

Х е ҙ м.: Боль в клинической практике. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина