БАЙНАЗАР УРТА МӘКТӘБЕ, Бөрйән р‑ны. 1924 й. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1936 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1952 й. хәҙерге статусын ала. Интернаты, тыуған яҡты өйрәнеү музейы һ.б. бар. Уҡыу йортон 2,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Т.Ф.Ҡарамышева, Ғ.З.Сәфәрғәлин, Ә.М.Сөләймәнов, М.З.Һөйәрғолов. Б.у.м. уҡыусылары яһаған ағас сувенирҙар Нидерландта (1978) һәм Мысырҙа (1979) халыҡ‑ара күргәҙмә дипломдары м‑н билдәләнгән.

Р.М.Шәмсетдинова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика