ЭНЕОЛИТ (лат. aeneus — баҡыр һәм ...лит), баҡыр‑таш быуат, таш быуаттан бронза быуатына күсеүҙе билдәләгән тарихи‑мәҙәни осор. Б.э.т. 4—3 мең йыллыҡҡа ҡарай. Э. осоронда Уралда Ағиҙел мәҙәниәте, Гарин мәҙәниәте, Суртанды мәҙәниәте, Соҡор мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Л.Я.Крижевская, К.В. Сальников был осорға ш. уҡ Ҡасыҡкүл мәҙәниәтен (Урал аръяғы), В.С.Мосин Урал аръяғы мәҙәнитарихи берлеген индерә. Урал алдындағы иң билдәле ҡомартҡылар: Дәүләкән, Елшанка археологик микрорайоны, Иҫке Нуғай ҡәберлеге, Ҡараяҡуп археологик комплексы, Мулла, Мәсәғүт тораһы, Сауыҙ торалары, Томар‑Үткәл; Урал аръяғында — Ҡарабалыҡты, Мауыҙҙы, Суртанды торалары, Урта Түбә. Э. осоронда баҡыр рудниктары (Баҡырүҙәк, Ҡарғалы) үҙләштерелә башлай, металлургия производствоһы барлыҡҡа килә: баҡыр пластинкалар, ҡойолмалар, бөртөктәр, мәғдән киҫәктәре, ш. уҡ баҡыр әйберҙәр (тишкес, бысаҡтар, беҙҙәр, балдаҡтар, балыҡ ҡармаҡтары) табылған. Торамалар йылғаларҙың (Урал алды), күлдәрҙең һәм йылғаларҙың (Урал аръяғы) һыу баҫмай торған киртләстәрендә урынлашҡан. Уртаһында усағы булған дүрт мөйөшлө ярым ер өйҙәр йәки бағана конструкциялы ер өҫтө ҡоролмалары торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика тышы тотош кәкерсәктәр, горизонталь һыҙыҡтар, ҡыя штамп (тешле штамп ярҙамында эшләнгән), шыма штамп ярҙамында баҫылған төртөктәр һәм бәләкәй соҡорҙар м‑н биҙәлгән, ваҡланған ҡабырсаҡ ҡушып балсыҡтан эшләнгән осло һәм түңәрәк төплө һауыттарҙан (Урал алдында), тальк һәм слюда ҡушып эшләнгән, штрихланған өсмөйөштәр, ҡыя селтәрҙәр, ромбтар, тешле штамп ярҙамында баҫып тө­шөрөлгән горизонталь һәм вертикаль баҫҡыстар м‑н биҙәлгән (Урал аръяғында) һауыттарҙан ғибәрәт. Э. археологик ҡомартҡыларында —таштан эшләнгән (ҡырғыстар, яҫы формалағы уҡ башаҡтары, бысаҡтар, ҡырғылар, батырғыстар), ш. иҫ. шымартылған ҡоралдар (балталар, арҡыры балталар, “үтектәр”); һөйәктән эшләнгән әйберҙәр (уҡ башаҡтары, һөңгө остары, гарпундар, беҙҙәр, амулеттар, сулпылар) табылған. Ерләү ҡомартҡылары ҡурғанһыҙ (Гарин мәҙәниәте) һәм ҡурғанлы (Соҡор мәҙәниәте) ҡәберлектәрҙән ғибәрәт. Анимизм, тотемизмға бәйле йолалар, дини төшөнсәләр системаһы үҫешкән булған. Емеш‑еләк йыйыу, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ м‑н бер рәттән игенселек һәм малсылыҡ үҫешкән. Э. археологик мәҙәниәттәре бронза быуаты археологик мәҙәниәттәре формалашыуына йоғонто яһай. Э. тикшереүселәр: О.Н.Бадер, Крижевская, Г.Н.Матюшин, Ю.А.Морозов, Сальников һ.б.

Әҙәб.: Древняя история Южного Зауралья. Т.1. Каменный век. Эпоха бронзы. Челябинск, 2000.

В.С.Горбунов

Тәрж. Д.К.Үзбәков