ӘХМӘҘИЕВА Рәшиҙә (Мәҙкүрә) Сәмиғулла ҡыҙы [24.10.1925. БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Ишәле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) – 13.12.1998, Өфө], актриса, йырсы (меццо‑сопрано). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1972). 1943 й. алып Ҡыйғы колхоз‑совхоз театры актрисаһы. 1952 й. башлап Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) йырсыһы, 1962—80 йй. БДОБТ солисы. Ҡыйғы колхоз‑совхоз театрындағы төп ролдәре: Ғәлимә (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле әҫәре), Сажиҙә (“Зимагорҙар”) һәм Фәхри (“Һаҡмар”; икеһе лә – С.М.Мифтахов), Сәрүәр (“Башмағым”), Таңсулпан (Ҡ.Даяндыңш. уҡ исемле драмаһы) һ.б. Матур тембрлы йомшаҡ тауышҡа, сәхнә һөйкөмлөлөгөнә эйә була. Опера һәм балет театрындағы төп партиялары: Ирғәле (“Шәүрә”), Талли (“Аршин мал алан”, У.А.Гаджибеков) һ.б. Ижадының индивидуаллеге булып башҡорт халыҡ йырҙарын, айырыуса оҙон көйҙө (“Ғилмияза”, “Ҡолой кантон”, “Таштуғай”, “Һандуғас” һ.б.), нәзәкәтле манерала башҡарыу оҫталығы тора.

Ә.М.Сөләймәнов, Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов