ЭНДОКРИН АУЫРЫУҘАР, гормондар эшләп сығарған бер йәки бер нисә эске секреция биҙенең эшмәкәрлеге боҙолғанда (гипер‑, гипо‑йәки дисфункция) барлыҡҡа килгән ауырыуҙар класы. Гипоталамус‑гипофиз система, ҡалҡан биҙе (мәҫ., боғаҡ), ашҡаҙан аҫты биҙенең утрау һымаҡ аппараты (мәҫ., шәкәр диабеты), бөйөр өҫтө биҙҙәре, енси биҙҙәр һ.б. ауырыуҙар айырыла. Э.а. үҫешенә генетикаға бәйле булған үҫеш кәмселектәре, шешеү һәм шеш процестары, травмалар, эндокрин биҙҙәренең ҡан м‑н тәьмин ителеше боҙолоу, нервы системаһының төрлө бүлектәре зарарланыуы, стресс, гормондарға ҡарата туҡымалар резистентлығы үҫеше һ.б. булышлыҡ итә. Төп симптомдары: тиҙ арыу, эмоциональ тотороҡһоҙлоҡ, йоҡо, хәтер боҙолоу, тирләү, ауыҙ кибеү, ҡапыл ябығыу йәки һимереү, буйға үҫеүҙән, енси өлгөрөүҙән туҡтау һ.б. Диагностика өсөн анамнез, клиник, лаб. (гормондар кимәлен билдәләү) һәм инструменталь тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз, хирургик һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә Э.а. м‑н ауырыған тәүге асыҡланған сирлеләр (туҡланыуы, матдәләр алмашыныуы боҙолған) түбәндәгесә теркәлгән: 2005 й. — 1349,5; 2007 — 1370,8; 2008 — 1233,0 кеше. Шәкәр диабеты м‑н ауырығандарҙың һәм нейроэндокрин патологиялы сирлеләрҙең регистры төҙөлә (2001). БР‑ҙа Э.а. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү проблемалары Медицина университетында, Биохимия һәм генетика институтында һ.б. өйрәнелә. 1999 й. алып БР‑ҙа “Тыумыштан килгән гипотиреоз”, “Бөйөр өҫтө биҙҙәре ҡабығының тыумыштан килгән дисфункцияһы” федераль маҡсатлы скрининг программалары һәм “Шәкәр диабеты”, “Йод дефицитлы ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм диагностикалау” республика маҡсатлы программалары эшләй, Махсус стационар эндокринологик ярҙам Респ. клиник дауаханаһында, Респ. балалар клиник дауаханаһында, Өфөнөң 21‑се дауаханаһында, БДМУ клиникаһында, Белорет, Бәләбәй, Дүртөйлө, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡҡ. медицина учреждениеларында; хирургик ярҙам Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. күрһәтелә; 117 эндокринолог эшләй (2010). Шулай уҡ ҡара: Эндокринология.

Т.В.Моругова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина