ЭНДОГАМИЯ (гр. endon — эске һәм gamos — никах), ҡәбилә, этнос, конфессия, ҡатлам эсендә никах теркәү. Башҡорттарҙа традицион йола, экзогамия м‑н йәнәш килә. Эндогамия никахы йола хоҡуғы, ислам ҡабул ителгәндән һуң шәриғәт нормалары м‑н көйләнгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башҡа дин вәкилдәре (йышыраҡ христианлыҡҡа күсеү шарты м‑н православие динендәгеләр) м‑н никахҡа инеү рөхсәт ителгән. Күскенселек хәрәкәте һәм крайҙы колониялаштырыуға ҡаршы башҡорттарҙың башҡа халыҡтар м‑н берлектәге ҡораллы көрәше көсәйеүгә бәйле [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)] ҡабул ителгән указдарға (1736 й. 11 февр.) ярашлы башҡорттарға татарҙар (Ҡазан губернаторы рөхсәтенән тыш), В.Н.Татищевтың 1737 й. 4 мартындағы указы м‑н — мишәрҙәр, 1747 й. 11 майындағы указға ярашлы ҡаҙаҡтар (Ырымбур мосолман диниә назаратына тәғәйенләнгән Ырымбур сик буйы комиссияһы Махсус экспедицияһының 1830 й. 7 окт. циркуляры м‑н раҫланған) м‑н никахҡа инеү тыйылған. Һуңынан ҡаҙаҡтар, мишәрҙәр, нуғайҙар, татарҙар м‑н терр. һәм хужалыҡ‑мәҙәни яҡынлыҡ милләт‑ара никахтарҙың таралыуына булышлыҡ иткән.

Әҙәб.: Экзогамия мәҡ. ҡарағыҙ.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин