ӘХМӘҘИЕВА Ләйлә Ринат ҡыҙы (15.11.1971, Новосибирск ҡ.), невролог. БР ФА проф. (2016),мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2008). Э.Н.Әхмәҙиеваныңҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1994) шунда уҡ эшләй: 2003 й. алып халыҡ‑ара бәйләнештәр бүлеге нач., 2016 й. — БДМУ клиникаһының неврология һәм мед. реабилитацияһы үҙәге етәксеһе. Фәнни эш­мәкәрлеге неврологик ауырыуҙары булған пациенттарҙың ауыртыу синдромдарын, психологик характеристикаларын, нейрореабилитацияны өйрәнеү м‑н бәйле. Ә. тарафынан

миотоник дистрофия таралышының матем. моделе эшләнә һәм БР б‑са нәҫелдән килгән нервы‑мускул ауырыуҙарының генетик регистры төҙөлә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Боль в клинической практике. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина