ӘХМӘҘИЕВ Әнүәр Әхәт улы [5.4. 1950, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Йомағужа а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 6.8.2006, Өфө], социолог. Социол. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000). Әлим Ә.Әхмәҙиевтеңағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1972). 1975 й. алып ӨАИ‑ла уҡыта, 1991 й. башлап БДАУ‑ҙың социология һәм политология каф. мөдире, 1994 й. БДПИ‑ның Сибай филиалы дир., 1995—96 йй. уҡытыусыһы, 1996 й. алып БДУ‑ның соц. хеҙмәт каф. мөдире, 2002 й. башлап Мәскәү асыҡ пед. ун‑тының Өфө филиалы Соц. технологиялар ин‑тында соц. хеҙмәт каф. мөдире, директор. Фәнни тикшеренеүҙәре стратегик менеджмент, төбәк һәм аграр социология, ҡала социологияһы, йәштәр м‑н соц. эш проблемаларына арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Социологические проблемы региона. М., 1992; Социальная политика в регионе: стратегия обновления и социальные технологии. Уфа, 1999; Методика и технология работы социального педагога. М., 2003.

Й.М.Ғиләжетдинов Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев