• Печать

ӘХМӘҘИЕВ Әмир Муллағәли улы (16.12.1948, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка эшселәр ҡсб), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2001). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1994), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2010). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Әлшәй р‑нында эшләй: ВЛКСМ район ком‑тының 1‑се секретары, 1978 й. алып “Родина”к‑зы рәйесе, 1985 й. — “Яңы Раевка” с‑зы дир., 1988 й. — КПСС район ком‑тының 1‑се секретары, 1991 й. — район советының башҡарма ком‑ты рәйесе, 1992 й. — хакимиәт башлығы. 1995 й. башлап “Башҡортостан” агросәнәғәт банкыһының идара рәйесе, 1998 й. — Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тының Өфө ин‑тында (филиалында) уҡыта, 1999 й. — “Банковское дело в Москве” (“Мәскәүҙә банк эше”) ж. баш мөхәррир урынбаҫары, 2005 й. — Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑ты филиалында дир. урынбаҫары, 2012 й. алып Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., 2014 й. —БДУ‑ла уҡыта (бөтәһе лә — Өфө). Фәнни эшмәкәрлеге АСК‑ла интеграция һәм кооперацияны, банк эше проблемаларын, иҡтисадта финанстар, инвестициялар һәм инновацияныңролен өйрәнеүгә арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС‑ының 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты.

Тәрж. А.Н.Күсеев