ЭНГЕЛЬС Фридрих (28.11.1820, Бармен ҡ., Германия — 5.8.1895, Лондон), философ, сәйәси эшмәкәр. Марксизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе (ҡара: Марксистик философия). Э. м‑н К.Маркс — 1‑се Интернационалдың (1864—76) ойоштороусылары һәм етәкселәре. 1849 й. Э. Көньяҡ‑Көнбайыш Германияла барған ҡораллы ихтилалда ҡатнаша. Рәсәй империяһының соц.‑иҡт. һәм сәйәси ҡоролошон өйрәнгәндә уның төбәктәренең, ш. иҫ. Ырымбур губерна­һының, үҫеш үҙенсәлектәрен айырып күрһәтә. В.А.Перовскийҙың Хиуа походы (1839—40) барышындағы эшмәкәрлеген тикшерә, уның Урал й. буйлап нығытмалар төҙөүе Рәсәйҙең Урта Азияға артабан үтеп инеүенә шарттар булдырыуы т‑да һығымта яһай. Башҡортостанда Э. хеҙмәттәре 19 б. аҙ. барлыҡҡа килә. 1896 й. Өфө марксистик түңәрәгендә ҡатнашыусыларҙың береһендә тентеү үткәргәндә полиция тарафынан Э. “Социализмдың утопиянан фәнгә үҫеше” (“Развитие социализма от утопии к науке”) ис. китабы табыла. 1924 й. башлап Э. ҡайһы бер хеҙмәттәре башҡорт теленә тәржемә ителгән. Өфөлә Э. исеме м‑н урам аталған.

Хеҙм.: Коммунистар партияһы манифесе. Өфө, 1953 (авторҙ.); Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 1960—1961 (авторҙ.).

Әҙәб.: Футорянский Л. К.Маркс и Ф.Энгельс о Южном Урале //Урал. 1986. №11.

Х.Б.Аҫылғужин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев