ӘХМӘҘИЕВ Әлим Әхәт улы [8.9. 1952, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) Йомағужа а.], социолог, политолог. Филос. ф. д‑ры (1993), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012). Әнүәр Ә.Әхмәҙиевтеңҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1981 й. алып Бөрө пед. ин‑тында уҡыта, 1994 й. – БР МК‑ның бүлек мөдире урынбаҫары, 1995 й. – БР Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу палатаһы рәйесе урынбаҫары, 1999 й. башлап Закондар сығарыу палатаһының власть мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берекмәләр эштәре б‑са ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 2003 й. – БР Хөкүмәте аппаратында бүлек мөдире урынбаҫары, 2007 й. алып БР Мәғариф министрлығының Респ. балалар (үҫмерҙәр) ижады үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге ауыл социологияһы, парламентаризм проблемаларына, аграр сәйәсәттең соц. аспекттарына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1985).

Х е ҙ м.: Агропромышленный комплекс: социальные аспекты развития. М., 1984; Современные социально‑экономические теории. М., 1992; Генезис и развитие современной модели федерализма в России. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Ғ.Ғәлихов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов