ӘХМӘҘИЕВ Тамимдар Хажиғәли улы [8.6.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 27.6.2001, Өфө], тарихсы. Тарих ф. канд. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1949). 1959—90 йй. ТТӘИ‑лә эшләй, 1970 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре 20 б. 2‑се сирегендә Башҡортостандың соц.‑иҡт. үҫеше проблемаларына, респ. халҡының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуына арналған. “Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ документтары. Башҡорт АССР‑ы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда: документтар һәм материалдар” (“Документы мужества и героизма. Башкирская АССР в период Великой Отечественной войны: документы и материалы”; 1980), “Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1941—1945: документтар һәм материалдар” (“Башкирия в годы Великой Отечественной войны, 1941—1945: документы и материалы”; 1995) йыйынтыҡтарын төҙөүселәрҙең береһе. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Башкирская АССР в годы Великой Отечественной войны. 1941—1945. Уфа, 1984; Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.

Р.С.Әйүпов

Тәрж. М.Х.Хужин