ЭНГЕЛЬС Наум Генрихович (21.10. 1938, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Аксаков эшселәр ҡсб), тренер. Проф. (2009). Йөҙөү б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1983) һәм бөтә Рәсәй категориялы судья (1983). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1974). 1963— 64 йй. Респ. йәштәр спорт мәктәбенең хәҙ. бишбәйге б‑са тренеры, 1968 й. алып ӨПЭЗ‑дең, 1976 й. — Спорт һарайының йөҙөү б‑са тренеры, 1982 й. башлап “Нефтсе” спорт комб‑тының ДЮСШ‑нда дир., 1983 й. — йөҙөү б‑са тренер, 1986—94 йй. хәҙ. бишбәйге б‑са СДЮШОР (бөтәһе лә — Өфө) дир., бер үк ваҡытта йөҙөү б‑са РСФСР йыйылма командаһы тренеры (1971—86) һәм Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры (1971—91). 1999 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта, 2013 й. башлап “Нефтсе” бассейнының, 2015 й. — 18‑се олимпия резервы спорт мәктәбенең (бөтәһе лә — Өфө) йөҙөү б‑са тренеры. Э. етәкс. йөҙөү б‑са РСФСР йыйылма командаһы СССР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры була (1983); 1987—89 йй. уның тәрбиәләнеүселәре тетратлон (ҡотҡарыусылар күпбәйгеһе) б‑са 9 донъя рекорды ҡуя. Э. тарафынан 20‑нән ашыу СССР спорт мастеры әҙерләнә.

Тәрж. Г.А.Миһранова