ӘХМӘҘИЕВ Риф Барый улы (13.2. 1954, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Әбдрәзәк а.), әҙәбиәт белгесе, шағир. Филол. ф. д‑ры (2004), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2013). Яҙыусыларсоюзыағзаһы (1994). БДУ‑ны тамамлаған (1980). 1974–75 йй. Ҡыйғы р‑нындағы “Киров” с‑зының, 1980–81 йй. БДУ‑ның ВЛКСМ ком‑ты секретары. 1984 й. башлап БДУ‑ла: 1986 й. тиклем эшселәр ф‑ты деканы урынбаҫары, 2013 й. алып башҡорт филол. һәм журналистика ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге драматургия һәм публицистика жанрҙарын, билдәле башҡорт яҙыусыларының ижадтарын өйрәнеүгә арналған. “Күк йөҙө” (1982), “Тәҙрәләр” (1992), “Сәскәләр моңо” (2001) шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. Тыуған ауылында Ә. исеме м‑н урам аталған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Шағир драматургияһы. Өфө, 1994; Драматургияның жанр формалары. Өфө, 2003; Конфликты, жанры, характеры. Уфа, 2009.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов