ӘХМӘҘИЕВ Наил Хатип улы (4.11. 1946, Өфө – 3.7.1997, шунда уҡ), механик. Физика­матем. ф. д‑ры (1990), проф.(1994).ӨАИ‑ны (1970), БДУ‑ны (1975) тамамлаған. 1970 й. алып ӨАИ‑ла, 1973 й. – СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә (1982 й. башлап лаб. мөдире) эшләй. 1992 й. алып Механика ин‑тында лаб. мөдире, бер үк ваҡытта Өфө сервис технология ин‑тында: теоретик һәм ғәмәли механика каф. мөдире, 1995 й. башлап фәнни эштәр б‑са проректор. 1993—94 йй. Төньяҡ Каролина штаты ун‑тында эшләй (Роли ҡ., АҠШ). Фәнни тикшеренеүҙәре күп фазалы системалар механикаһына арналған. Уның тарафынан конденсирланған мөхиттәрҙә ҙур тиҙлектә барған деформацияланыу һәм емерелеү процестарының, ҡаты шартлаусан матдәләрҙәге детонация тулҡындарының физик‑матем. модeлдәре төҙөлгән. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан комсомолы пр. лауреаты (1978).

Х е ҙ м.: Динамическое разрушение твёрдых тел в волнах напряжений. Уфа, 1988; Уравнения состояния газообразных и конденсированных веществ. Уфа, 1993; Two‑Phase Media Model of Shock Compression with Chemical Reaction //High Рressure Shock Compression of Solids IV. New York, 1997.

Р.Х.Болотнова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов