БАЙНАЗАР, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 118 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 787 кеше; 1920 — 1152; 1939 — 690; 1959 — 909; 1989 — 1175; 2002 — 1361; 2010 — 1313 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Байназар урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, шәфҡәт туташы хеҙмәте дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Йорт старшинаһы Байназар Ильясов исеме м‑н аталған. 1866 й. 81 йортта 511 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Й.А.Буранғолов, Т.Ҡарамыш, М.З.Һөйәрғолов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика